Барлык яңалыклар
Төрлесеннән
19 декабрь 2025, 17:50
1

Владимир Путин Башҡортостандың ҡуйған барлыҡ маҡсаттарына өлгәшәсәген белдерҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова Рәсәй президенты Владимир Путинға Башҡортостандан ялҡынлы сәләм тапшырҙы. Ул Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе.

Владимир Путин Башҡортостандың ҡуйған барлыҡ маҡсаттарына өлгәшәсәген белдерҙе
Владимир Путин Башҡортостандың ҡуйған барлыҡ маҡсаттарына өлгәшәсәген белдерҙе

«Хәҙер Тажикстанда Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркы булдырыла. Рәсәй яғынан был проекттың операторы булып Башҡортостан сығыш яһай. Минең һорауым шундай: тағы ла ниндәй дуҫтарса мөнәсәбәттә булған илдәрҙә бындай майҙансыҡтар булдырылыуы ихтимал? Башҡортостанымдың тәжрибәһе ҡайҙа ҡулланылыуы мөмкин?» — тип һораны Ләйсән Закирова.

Рәсәй президенты Башҡортостандың үҫешкән технологик базаһын билдәләне.

«Беҙ бер нисә йыл инде Мысырҙа Нил зонаһында ошондай структура менән шөғөлләнәбеҙ. Унда бик яҡшы майҙансыҡ бар. Минеңсә, был яҡшы һөҙөмтәләргә килтерергә тейеш. Беҙ башҡа бер нисә партнер-дәүләттәрҙә ошондай проекттарҙы ҡарайбыҙ. Һәм, һис шикһеҙ, Башҡортостан тәжрибәһе файҙаланыласаҡ. Үҫешкән технологик базаһы, сәнәғәт базаһы булған Башҡортостан алдына ҡуйған бөтә маҡсаттарға өлгәшер тип ышанам. Кәрәк икән, федераль хөкүмәттән һеҙгә ярҙам итеүегеҙҙе һорайым», — тип яуап бирҙе дәүләт башлығы.

Башинформ

Автор:
Читайте нас