Новости
24 Июня , 14:05

Балалар шатлығы – уртаҡ ҡыуанысыбыҙ

Милли музейҙағы Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендәге сара ҡурай моңо һәм "Урал батыр" эпосы менән асылды.    

Балалар шатлығы – уртаҡ ҡыуанысыбыҙБалалар шатлығы – уртаҡ ҡыуанысыбыҙ
Балалар шатлығы – уртаҡ ҡыуанысыбыҙ

Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы бара. Башҡортостандың Милли музейында "VI CIOFF Бөтә донъя фольклориадаһының мираҫы" тигән бай йөкмәткеле күргәҙмә Арыҫлан Оморҙаҡов уйнауында ҡурай моңо менән асылды. Ә Азалина Сәйфуллина "Урал батыр" эпосын башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләне.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында иҫтәлектәр әле һаман күңелдәрҙә һаҡлана, ул саҡта әлеге балалар фольклориадаһына старт бирелде тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тура килә.

В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова һөйләүенсә, Башҡортостандағы фольклориаданың юғары кимәлдә ойошторолғаны күренеп тора, бөтәһе лә балаларҙың киләсәге өсөн эшләнгәнен тойомларға була. Быға хәтлем Сыуаш Республикаһында һәм Татарстанда үткәрелгән фольклориадаларҙа бындай күргәҙмә ойошторолмаған, Өфөләгеһе ифрат бай йөкмәткеле.

– Рәсәй – күп милләтле дәүләт, беҙҙә 194 халыҡ йәшәй, улар 270-тән ашыу телдә һөйләшә, – тине "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" дөйөм Рәсәй дәүләт ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Наталья Альтнер.

Артабан барыһы ла күргәҙмә менән танышты.

 

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Башкортостан

Автор:Гузаль Закирова
Читайте нас