Барлык яңалыклар

"Матроскин" позывнойлы яугир: бөгөн беренсе сиратта күкте яулау мөһим

Бөгөн ул алғы һыҙыҡта алған тәжрибәһенән сығып БПЛА взводтарына килгән яңы операторҙарҙы уҡыта. Йәш егеттәрҙе хәҙерге һуғыш нескәлектәре, дошман тактикаһы менән таныштыра.

"Матроскин" позывнойлы яугир: бөгөн беренсе сиратта күкте яулау мөһим
"Матроскин" позывнойлы яугир: бөгөн беренсе сиратта күкте яулау мөһим

"Матроскин" позывнойлы яугир элек Омон-да хеҙмәт иткән. Үҙ ваҡытында Санкт-Петербургта G8 саммитында, шулай уҡ Сочи ҡалаһында үткән Олимпиадала хәүефһеҙлекте тәьмин итеүе менән ғорурлана. Ә МХО-ға тиклем Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләгән. Бронь була. Әммә ул ил өсөн ауыр ваҡытта һис кенә лә ситтә ҡала алмай. 2023 йылдың апреленән "Матроскин" махсус хәрби операцияла.

Бөгөн ул алғы һыҙыҡта алған тәжрибәһенән сығып БПЛА взводтарына килгән яңы операторҙарҙы уҡыта. Йәш егеттәрҙе хәҙерге һуғыш нескәлектәре, дошман тактикаһы менән таныштыра. Йәштәр ныҡ отҡор, ти "Матроскин". Хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа тап БПЛА менән идара итеү буйынса улар үҙҙәре кисәге уҡыусыларынан кәңәш һорай.

Күкте тулыһынса яулаһаҡ - еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Был МХО яугирҙәре бөгөн иң йыш ҡабатлаған фекер һәм буш һүҙ түгел, ә ысынбарлыҡ, ти "Матроскин".

Башҡортостандан беҙгә "Уфимец" дрондары күпләп ебәрелә, ти әңгәмәсебеҙ. Уларҙың двигателдәре, рамдары Өфөлә етештерелә. Яугирҙәрҙең "Уфимец"ҡа ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүәләре юҡ. Уларҙы оптик сүс менән идара ителеүсе дрон итеп тә яраҡлаштыралар.

- Беҙҙең полк был йүнәлешкә килеп урынлаша һалғас та, бик ауыр булды. Әммә беҙ тиҙ арала хәҙерге һуғыш шарттарына яраҡлаша алдыҡ. Бөгөн, мәҫәлән, үҙебеҙ юғары әҙерлекле БПЛА менән идара итеүселәрҙе уҡытабыҙ. Башҡа полктарҙан ярҙам һорап килһәләр, уларҙы ла өйрәтәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Сөнки бөтә фронт – ул бер бөтөн. Беҙҙең полк Пермь крайынан, Удмуртиянан, Себерҙән килгән яугирҙәр менән тулылана. Беҙ берҙәм, сөнки барыбыҙ ҙа бер Еңеү өсөн килдек, - ти "Матроскин".

 

Автор: Зөлфиә Рәхмәтуллина. 

Автор фотоһы. 

Башкортостан

Автор:
Читайте нас